Ҡышҡы каникул осорона әҙерлек: Радий Хәбиров оператив штаб ултырышын үткәрҙе

Яҡынлашып килгән байрам осоронда район-ҡалаларҙа 1 мең 300-гә яҡын яңы йыл ҡаласығы эшләйәсәк, уларҙың 232-һе - Өфөлә. Властарҙың бурысы - халыҡтың күпләп йәшәгән урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Был мәсьәлә террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штабтың берлектәге ултырышында тикшерелде. Уны Радий Хәбиров алып барҙы.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыстар билдәләне. Террор идеологияһына ҡаршы комплекслы план сараларын үтәү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре лә яңғыраны. Ултырышта ҡышҡы каникул осорона әҙерлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 28 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.