Республика хәрбиҙәре, шулай уҡ яңы төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн тәғәйенләнгән ылауҙы парламент рәйесе Константин Толкачев оҙатып барҙы. Гуманитар ярҙам менән бергә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына Яңы йыл бүләктәре һәм Петровское ауылы өсөн Яңы йыл шыршыһы ебәрелде. Сираттағы 141-се гуманитар йөк «парламент» ылауы тип аталды.
Константин Толкачев аңлатыуынса, депутаттар йөк йыйыу һәм оҙатыу эшен даими алып бара. Әлеге ярҙам республика депутаттарының, Конституция советы ағзаларының шәхси аҡсаларына ойошторолған. Гуманитар йөк соствында 32 берәмек автомобиль, квадроциклдар, мотоциклдар, хәрби көнкүреш әйберҙәре, квадрокоптерҙар, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары йыйылды.
Парламент рәйесе һәм сәфәрҙә ҡатнашҡан депутаттар менән Бердянск, Красный Луч, Мелитополь, Донецк һәм Луганск ерҙәрендә хәрбиҙәрҙе күреп һөйләште. Луганск госпиталендә парламентарийҙар яралыларҙы ҡабул итеү эшендә ярҙам иткән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәре менән осрашты. Айырыуса тырышлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Бынан тыш Донецк һәм Луганск менән парламент-ара хеҙмәттәшлек, айырым төбәктәрҙе һыу менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу, техника менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.