Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Яңы йылды яугирҙар менән бергә ҡаршы алырға хәрби госпиталгә юлланды


Хәрби госпиталгә сәфәр «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса ойошторола. Әлегә тиклем етешәр ҡатын-ҡыҙҙан тупланған ике төркөм махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталгә барып эшләп ҡайтҡан. Әле медицина учреждениеһында өсөнсө отряд эшләй. Дүртенсе яңы йыл төркөмө гүзәл заттары уларҙы алмаштырып, байрамды яугирҙар менән ҡаршы аласаҡ.

Ирекмәндәр егеттәргә татлы күстәнәстәр ҙә, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу костюмдары ла алған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ләйсән Рабаданова менән «Торатау» конгресс холының әйҙәүсе менеджеры Зөһрә Бүләкова әйтеүенсә, улар был сәфәргә етди әҙерләнгән.