Өфө Яңы йылды сағыу биҙәктәр менән ҡаршыларға әҙерләнә


Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан паркында иллюминация. Әле унда монтажлау эше бара. Инсталяция Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡуйыла. Парк ғаилә менән ял итеү урыны, биләмә шыршы һәм боҙ ҡаласығы менән дә биҙәлгән.

Баш ҡаланың Октябрь районында Яңы йылға әҙерлек йылдам бара. Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө хакимиәтенең финанс ярҙамы өҫтәмә байрам майҙансыҡтарын булдырырға мөмкинлек биргән. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән Ғаилә скверында ла сағыу уттар балҡый.


Был объект шуныһы менән яҡшы - уны эшләгән саҡта сығымдар күп талап ителмәне. Беҙ кабелдәрҙе электр бағаналарына тоташтырҙыҡ. Шуға күрә иллюминация сәғәт киске биштә, баш ҡала урамдарында ут тоҡандырылғанда яна башлай.

Сергей Янасеткин, подрядсы ойошманың проекттар етәксеһе