Ринат Фәхрисламовтың исеме мәңгелләштерелде

Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Ринат Фәхрисламов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Таш һын хәрби йәшәгән Арыҫлан Мөбәрәков урамындағы 5-се күп ҡатлы йорт диуарына беркетелде. Яугирҙың бер туған апаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ринат Фәхрисламов сығышы менән Асҡын районынан. 3 тапҡыр Чечня республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Яуҙағы батырлығы һәм ҡаһарманлығы юғары наградалар менән билдәләнә. Махсус хәрби операцияла тәүге көндәренән хеҙмәт итә, 2023  йылда батырҙарса һәләк була.