"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда 2019 йылдан алып 1 мең 700 километр юл ремонтланған. Шулай уҡ күперҙәр төҙөкләндерелгән. Бының өсөн 37 миллиард һумдан аҡса йүнәлтелгән. Уның 15 миллиард һумы федераль ҡаҙна өлөшө. Милли проект үтәлеше һөҙөмтәләре менән БСТ телеканалында брифингта таныштырҙылар.