Башҡортостанда ял көндәрендә поликлиникаларҙың эш тәртибе иғлан ителде

Медицина ойошмалары иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем асыҡ була. Табипты өйгә 16 сәғәткәсә саҡыртырға мөмкин. Травматология пункттары ғәҙәти тәртиптә эшләй. Яңы йыл каникулдары мәлендә медицина тикшеренеүе һәм диспансеризация ла үтергә була.