Транспорт һәм юл хужалығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай станциялар иҫәбе буйынса республика илдә алдынғылар рәтендә. Электромобилдәргә ихтыяж арта, әле 600-ҙән ашыу электромобиль теркәлгән. “Энергетиканы үҫтереү” программаһына ярашлы киләһе йылда станциялар һанын бер йөҙгә еткереү ҡарала.