Халыҡты йәрминкәләргә саҡыралар

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында  40-тан ашыу ҡала һәм районда ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. Фермерҙар халыҡҡа үҙҙәре үҫтергән һәм етештергәнде тәҡдим итә. Сауҙа өсөн 54 майҙансыҡ булдырыла. Улар тураһында мәғлүмәт ведомство сайтында урынлаштырылған.