Объектты асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер Шаҡша биҫтәһен һәм Иглин районы ауылдарын баш ҡала менән тоташтырыусы берҙән-бер артерия булып тора, әммә ул ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай. Шуға ла 2023 йылдың яҙында капиталь ремонтҡа тотонорға хәл ителә. Эштәр «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарала.
Финанслау күләме 2 миллиард 200 миллион һум тәшкил итә, сумманың күп өлөшө федераль бюджеттан бүленә. Капиталь ремонттан һуң ҡоролма тағы ла ярты быуат хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев күпер төҙөүселәр традицияһы буйынса шампан шарабы шешәһен ватып, символик рәүештә «Юл асыҡ» билдәһен әйләндерҙе. Күперҙе реконструкциялауҙан тыш, ике яҡтан да подъездар ремонтлана, яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртыла һәм башҡа эштәр башҡарыла.