Радий Хәбиров төбәктәге инвестиция эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, 2018 йылдан республикала дөйөм инвестициялар күләме 1,2 триллион һумдан ашыу булған 677 яңы проект ҡаралған. Быйылғы һуңғы «Инвестиция сәғәте» ултырышында шулай уҡ төбәк иҡтисадындағы һәм социаль өлкәләге яңы башланғыстар тикшерелде. Осрашыуҙа Өфөлә туңдырма етештереүҙе үҫтереү өсөн заманса компрессор цехы,
Өфө районында юл буйы комплексы, Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙансыҡта заманса дөйөм туҡланыу йорто төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостандың инвестиция комитеты социаль өлкәлә, туризм секторында һәм юл яны сервисында бер төркөм башланғыстарҙы хупланы. Һүҙ Асҡын ауылында «Алма» сервис комплексын, Дәүләкән районында ял базаһын һәм Иглин ауылында автомобиль йыуыу станцияһын булдырыу хаҡында бара. Бынан тыш, Нефтекамала «Колибри» клиникаһын төҙөү һәм үҫтереү буйынса проект хуплау тапты.