Быйыл ғына ҡотҡарыусылар 2 меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы уңайынан тәбрикләү тантанаһында белдерҙе.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, ҡотҡарыусы - иң мөһим, ихтирамға лайыҡ һәм выжданлы һөнәр. Улар һәр ваҡыт үҙ бурыстарын теүәл һәм намыҫ менән үтәй. Ҡотҡарыусылар оло йөрәкле лә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәл буйынса ведомстволары хеҙмәткәрҙәре күрше төбәктәргә лә ярҙам итә. Быйыл улар Ырымбурҙа һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Махсус хәрби операцияһы биләмәһенә командировкаға ла йыш йөрөй.
Баймаҡ районы Темәс ауылының янғынға ҡаршы көрәш часы хеҙмәткәре Иҙел Салауатов Донбасс еренә ун биш тапҡыр барған. Ҡотҡарыусылар төркөмө Рәсәйҙең яңы төбәктәренә гуманитар ылау оҙатып бара. Шулай уҡ ялға ҡайтҡан яугирҙарға ла юл йөрөүҙә хәүефһеҙлек тәьмин итә. Бөгөн ҡотҡарыусы тырыш хеҙмәте өсөн Республика башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.