Өфөлә сираттағы төркөм дәүләт эшмәкәрҙәре акцияла ҡатнашып, осраҡлы рәүештә балалар теләктәрен һайлап алды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға - Өфөнән 10 йәшлек Тимурҙың Яңы йыл хыялы эләкте. Малайҙың үҙен поезд машинисы ролендә һынап ҡарағыһы килә.
Өфөнөң Мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин да акцияла ҡатнашты. Ул баш ҡаланан 4 йәшлек Василисаға көтөлмәгән бүләк тапшырасаҡ. Ә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа Стәрлетамаҡтан 8 йәшлек Никитаның теләге эләкте. Дәүләт эшмәкәре малайҙың велосипед тураһында хыялын яҡын арала тормошҡа ашырырға вәғәҙәләне.