Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы ойошторолдо. Майҙанға баш ҡаланан 750 бала саҡырылғайны, улар барыһы ла 2-3-сө класс уҡыусылары. Кескәйҙәр «Һыуһарҙың Яңы йыл мажаралы» тип исемләнгән тамаша ҡараны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, бүләктәр алды. Хәйриә шыршыһы Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы, Мәғариф идаралығы һәм бағыусылар ярҙамында ойошторолдо.