Башҡортостан журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә журналист, «Аманат» балалар журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов ҡапыл вафат булды.
Рәзил Бикбулатов 1975 йылдың 1 мартында Архангел районы Архангел ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. Хеҙмәт карьераһын 1993 йылда Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә башлай. Төрлө йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһында, «Тамыр» студияһында эшләй, иртәнге «Сәләм» программаһының популяр алып барыусыһы була. 2006 йылдан 2008 йылға тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары.
Төрлө йылдарҙа ул милли китапханала һәм баҡсасылар союзында хеҙмәт итә. 2019 йылдан «Аманат» балалар журналының баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфөнөң Матбуғат йорто фойеһында уҙа.