"Салауат Юлаев" һөжүмсе Джошуа Ливо менән контрактты оҙайтырға теләй

Әле һөйләшеүҙәр алып барыла, тип хәбәр итә спорт агентлыҡтары. Уның менән контракт киләһе йылдың майында тамамлана. Килешеүҙе тағы ике йылға оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала. Канада хоккейсыһы был миҙгелдә юлаевсылар өсөн  33 уйын уҙғарҙы, 23 шайба индерҙе, 15 һөҙөмтәле пас бирҙе.