Бурыслылар транспорт һалымын арттырып түләй

Киләһе йылдан Башҡортостанда һалым буйынса бурыс булмағанда ғына транспорт һалымының түбәнәйтелгән ставкаһы ҡулланыласаҡ. Бындай үҙгәрештәр “Транспорт һалымы тураһында” төбәк законына индерелгән. Хәҙер һалымдарҙы ваҡытында түләмәү отошло түгел. Мәҫәлән, әгәр двигатель ҡеүәте 87 ат көсө булған Lada Granta автомобиле өсөн транспорт һалымы түбәнәйтелгән ставка буйынса йылына 870 һум булһа, бурыслыға 2 200 һумға яҡын аҡса түләргә тура киләсәк. Әле республикала 1 миллиондан ашыу транспорт һалымын түләүсенең 94 проценты түбән ставкалар менән файҙалана.