Өфө районы Подымалов ауылында йәшәүсе өс йәшлек Зарина Әсфәғәнова Яңы йылға бүләк алып ҡыуанды

Йылдың иң тылсымлы байрамында ҡыҙ яңы ҡурсаҡлы булды. Был бүләкте «Теләктәр шыршыһы» акцияһынан Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников алған. Быйыл акцияға 3 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 300-ҙән ашыуы шыршынан алынған. Депутаттар, эшҡыуарҙар ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырырға тырыша.

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский 7 йәшлек Михаил Долматовтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул малайҙы яңы трансформер менән ҡыуандырҙы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Ҡыш бабай бүләктәрен тапшырыу акцияһы дауам итә.