Балаларға - йөрәк йылыһы һәм бүләктәр. Көмөш ирекмән Юрий Иванов Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары менән осрашып, Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.
Етенсе класс уҡыусыһы Фәрит Әминев та үҙен ҡапыл сәхнәгә саҡырыуҙарына ҡаушап ҡалды. Уҡыу алдынғыһына Юрий Иванович Тулала етештерелгән баян тотторҙо.
Үҫмер шунда уҡ бармаҡтары менән баян телдәрен һанап күңелле аккордтар йыйҙы, әкрен генә йыр башҡарҙы.
Етмеш дүрт йәшлек уҙаман балаларҙы ҡыуандырыу, матур бүләктәр өләшеү теләге менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары менән икенсегә осрашты. Был юлы ул Ҡыш бабай исеменән Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.
Йомарт һәм изге күңелле уҙаманға үҫмерҙәр яуапһыҙ ҡалманы. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнап бәләкәй концерт күрһәтте.
Юрий Ивановичтың бала сағы һәм үҫмер йылдары балалар йортонда уҙған. Ата-әсәһе һәм яҡындары булмаған малайға йомарт ағай-апайҙар бүләктәр биргән, күңелен үҫтергән. Был минуттар уның күңелендә ғүмерлеккә яҡшы хәтирә булараҡ уйылған. Шуға ла ул ата-әсәләренән алыҫта белем алған балаларҙың тормошон сағыуыраҡ һәм йәмлерәк итергә ынтыла.
Гүзәл Борханова