«Башҡортостан» полкының Алексей Сухоруков исемендәге реактив батареяһы көслө залп менән пехота һәм бронетехникаға юл аса. Окоп артынан окоп, нығытмалар яулап яҡташтарыбыҙ Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошманды артҡа сигендерә.
Көбәкле артиллериянан айырмалы Град системаһына атыу урынында уҡ снарядтар тултырыу мөмкин түгел. Уларға кире көтөү позицияларына ҡайтырға кәрәк. Йыш хәрәкәт итеү ҡаршы яҡтың дрон разведкаһы иғтибарын йәлеп итә. Шуға күрә ситтән тороп эшләһәләр ҙә реактивщиктар һәр саҡ хәүеф аҫтында.
Артиллерия, пехота, танкистар булһынмы барыһына ла күктән хәүеф янай. Шуға күрә бер генә экипаж да хәҙер хәрби заданиеға антидрон төркөмһөҙ сыҡмай.
Күптән түгел «Башҡортостан» полкында барлыҡҡа килгән рэб ротаһы көн талабы. Радиоэлектрон көрәш төркөмө яугирҙары һөжүмгә барыусы пехота менән техникаға юл аса. РЭб саралары янында дошман «Ҡоштары» эҙ юғалта йәки бөтөнләй ҡолап төшә. Баҫыусы сигналдарҙан шаңҡыған дрондарҙы автоматтан йәки һунар мылтығынан бәреп төшөрөү күпкә еңелерәк. Ошо рәүешле яуҙаштарға хәүефһеҙ көмбәҙ тәьмин итәбеҙ, ти «Абдул» ҡушаматлы яугир.
Улар разведкала, артиллерия һәм бронетехниканың күҙҙәре, хәрби припастар, ылау ташыусы һәм шул уҡ ваҡытты һөжүм итеү өсөн дә әүҙем ҡулланыла. Йәғни, әле дрондар һуғышы бара. Әгәр быға тиклем беҙҙең бер пилотһыҙ осоу аппаратына Украина хәрби көстәренең биш-ун , ҡайһы саҡта унан да күберәк дроны ҡаршы торһа, хәҙер ике яҡ та «ҡоштарҙы» бер үк күләмдә осора. Беҙҙең маҡсат һауалағы хакимлыҡты үҙ ҡулыбыҙға алыу, ти «Башҡортостан» полкының «Айгир» пилотһыҙ осоу аппараттары отряды операторҙары.
Һауала көстәр тигеҙләште. Быға һис шикһеҙ Өфө дрондары етештерелә башлауы ла ҙур өлөш индерҙе. Яугирҙар «Башкирка» тип атап өлгөргән дрондар йүнәтеүгә лә еңел, ҡулланыуҙа ла ябай, ти операторҙар. Башҡа пилотһыҙ осоу аппараттарынан ҡеүәте менән дә ота.
Өфө дрондары республиканан фронтҡа даими оҙатыла. Исемле подразделениеларға ай һайын биш йөҙләгән «Ҡошсоҡ» таратып бирелә. Егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып уларҙы камиллаштырып та торалар. Оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева баш ҡалаға килгәнендә Башҡортостандың махсус хәрби операцияға йүнәлтелгән ярҙамын башҡаларға үрнәк итеп ҡуйҙы.
Башҡортостан быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм Донбасс халҡына 142-се гуманитар ярҙамын оҙатты. Был әле үҙәкләштерелгән ылауҙар һаны ғына. Төбәк башлығы үҙе лә йыш ҡына яугирҙарыбыҙ янына алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етә.
Республика халҡы ла дөйөм бер фронт булып берләште. Ҡала һәм ауылдарҙа яугирҙарға ярҙам итеүсе тиҫтәләрсә штабтар барлыҡҡа килде. Өләсәйҙәр ойоҡ бәйләй, апайҙар аҙыҡ-түлек әҙерләй, балалар окоп шәмдәре эшләй. Тыуған яҡтан килгән һәр күстәнәс яугирҙар өсөн өҫтәмә снаряд шикелле. Башҡортостандан килгән йөк машиналарын улар байрамдай күреп ҡаршы ала.
«Морпех» ҡушаматлы яугир был гуманитар колоннаны түҙемһеҙләнеп көткән. Йөк машинаһында килгән тимер ат уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы буласаҡ. Яуҙа аяғын юғалтҡан яҡташыбыҙға машина айырыуса кәрәк.
«Морпех» махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса алына. Яу ҡырында ятып ҡалған командирын эвакуациялағанда ул үҙе лә миномет утына эләгә. Тубыҡтан аяҡһыҙ ҡалһа ла реабилитация үткәндән һуң өйҙә ҡала алмай йәнә полкташтары янына хеҙмәт итергә килә. Бергә килгәс, бергә ҡайтасаҡбыҙ, ти ҡаһарман замандашыбыҙ.
Гуманитар ылау ҙа хәҙер хәрбиҙәрҙең ихтыяжынан сығып туплана.Һуңғы арала бензин бысҡылары, генераторҙар, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм дрондарҙы билдәләүсе детекторҙар күпләп талап ителә. Бәләкәй генә радиоҡоролма тиҫтәләгән яугирҙың ғүмерен һаҡлай.
Ҡамсат бүрек кейеп ҡурай тартып. Яҡташтарыбыҙ батырҙар нәҫеленән икәнлеген онотмай. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә Салауат тоҡомонан икәнлеген таныта. Был музейҙы ла ерҙе ҡаҙып төҙөлгән фронт ашханаһы тип уйламаҫһың. Тамаҡ ялғарға ингән яугирҙар бында рухи аҙыҡ та алып сыға. Ашхана инәйҙәр ҡораған ҡорамалар, балалар төшөргән рәсемдәр, һалдаттарға яҙған хаттар , милли сәнғәт өлгөләре менән биҙәлгән.
Ни тиһәң дә, егеттәр өсөн тыуған яҡта өй ҙә йәмле, аш та тәмле.Киләһе яңы йылды яугирҙар яҡындары, ғаиләләре эргәһендә ҡаршыларға өмөтләнә. Әлегә улар блиндаждарҙа шыршы биҙәй. Уйынсыҡтар урынына тыуған яҡтан килгән кәнфиттәр һәм иң ҡәҙерле бүләк-хаттар.
Айнур Кәбиров