Бөтә юлдар ҙа илдең баш ҡалаһы - Мәскәүгә илтә. Башҡортостан инфраструктураһына яңылыҡ булып ингән М-12 федераль трассаһы аша үтеүселәрҙе Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев үҙе сәләмләй. Мөһабәт һәйкәл башҡорт летчигының тыуған Илеш яғында ил өсөн әһәмиәтле транспорт селтәре үҙәгендә мәңгеләштерелде. Мәскәү - Түбәнге Новгород - Ҡазан - Екатеринбург - Силәбе - Төмән ҡалаларын иңләгән юғары тиҙлекле автомагистраль Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтә.
Татарстан сигенән Дүртөйлөгә тиклем транспорт хәрәкәте асылды. Артабан юл Свердлов өлкәһенең Әшит ҡалаһына тоташасаҡ. Башҡортостан биләмәһе буйлап үткән М-12 көнсығыш автомагистраленең 140 саҡрымы 2025 йылда файҙаланыуға тапшырала. Әле ер ҡаҙылған, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса эш тамамланып, электр бағаналары ултыртылған.
Яңы трасса өсөн бер үк ваҡытта 55 күпер һәм юл үткәргес тә төҙөлгән. Магистраль сафҡа ингәндән һуң Өфөнән Мәскәүгә 4 сәғәткә тиҙерәк барып етергә мөмкин. Юл уникаль объекттарға, тәбиғәт ландшафтарына бай.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер М-12 федераль трассаһындағы уникаль объект. Ул 800 метр оҙонлоҡта, 9 ҡатлы йорт бейеклегендә төҙөлгән. Ошондай уҡ заманса технологиялар илдең тик бер нисә төбәгендә генә файҙаланылған.
Ә бар юлдар ҙа Өфө үҙәгенә алып сыға. 2024 йыл - баш ҡала өсөн «Көнсығыш сығыу юлы» менән тарихта ҡала. Ваҡытында Борис Ельцин нигеҙ һалған объект өс тиҫтә йылдан һуң ниһайәт, сафҡа инде. Киләсәктә күләмле объект М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырып, Өфө урамдарынан транзит ағымын кәметер тип көтөлә.
Көнсығыш сығыу юлы - тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер, эстакада һәм М-5 трассаһына тиклемге юлды үҙ эсенә ала. Киләсәктә баш ҡала эргәһендә яңы ауылдар барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алып үткәүелдәр өсөн урын да ҡалдырылған. Баҡса йорттарына ла юл бар. Трасса буйында йәшәгән халыҡтың тыныслығын юл ситенә беркетелгән экрандар тәьмин итә. Транспорт ағымын шулай уҡ «Көньяҡ ҡапҡа» ла көйләйәсәк. Быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылған Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдарын тоташтырған юл үткәргес үҙ бурысын үтәй башланы ла инде.
Был ваҡиғаны тәү сиратта баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. 2024 йылда Шаҡша күпере эшләй башланы. Капиталь ремонттан һуң дүрт һыҙат буйынса ла транспорт хәрәкәтенә рөхсәт бирелде. Был техник асыш. Яҡтыртыу ҡоролмалары һәм ямғыр канализацияһы монтажлағандан һуң, объект тулыһынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Республиканың төп юлдарынан Р-240 автомобиль юлы ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Капиталь ремонт барышында Стәрлетамаҡтан Салауатҡа тиклем юлды 4 һыҙатҡа тиклем еткереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта республикала төбәк әһәмиәтендәге юлдар ҙа әүҙем яңыртыла. Декабрҙә Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлының мөһим участкаһына йәшел ут бирелде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән айырым программа буйынса, тәү сиратта, ремонтланырға тейешле участкалар билдәләнеп, тәртипкә килтерелә.
Республика программаһына ярашлы ике йыл эсендә Башҡортостанда 230 саҡрым юл ремонтланды. Эш 2025 йылда ла дауам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә. Төбәк башлығы насар торошло юлдар фондын йыл һайын миллиард һумға арттырыуҙы тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
Азат Ғәлиуллин