Яңы йылда яман шеште еңеү - Алисаның иң ҙур теләге. Ун йәшлек ҡыҙ мәкерле сир менән көрәштә үҙен батырҙарса тота. Быға тиклем Мәскәүҙәге федераль үҙәктә оҙайлы, ҡатмарлы дауалау курстары үтергә тура килһә, хәҙер Башҡортостанда ла юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Яңы асылған онкология һәм гематология үҙәгендә лә тәүгеләрҙән булып тап Алисаға елек мейеһе күсереп ултыртылған.
Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы онкология һәм гематология үҙәге төҙөлөшөнә 2021 йылдың сентябрендә старт бирелгәйне. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса ул билдәләнгән ваҡыттан алда сафҡа индерелде. Заманса лабораториялар, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы корпус 18 ғинуарҙа уҡ тәүге пациенттарын ҡабул итте.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл алдынан онкология һәм гематология үҙәгендә булып, балаларға ҡоростай сәләмәтлек, ата-әсәләренә - көслө һәм сабыр булыуҙарын теләне. 12 ай эсендә был стеналарҙа өс мең ярымдан ашыу пациент дауаланған
Башҡортостанда меңгә яҡын бала онкология һәм гематология ауырыуҙары менән иҫәптә тора. Белгестәр билдәләүенсә, 92 урынлыҡ яңы медицина үҙәге сирлеләрҙе дауалауҙа ихтыяжды ҡаплай. Кескәй пациенттарҙың яҡындарына ла бүлмәләрҙә уңайлы шарттар булдырылған.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында Өфөлә «Салют» реабилитация үҙәге асылды. Бында балаларҙы һауыҡтырыу, уҡытыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн бар шарттар булдырылған. Учреждение бер юлы өс министрлыҡ ҡарамағында эшләй.
Волга буйы федераль округындағы иң ҙур комплекста көн һайын 250 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, психоневрология һәм эпилептология үҙәге, 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урынлашҡан. Объектты төҙөү тураһында ҡарарҙы Республика башлығы 2018 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа ҡабул иткәйне.
Республикала физик мөмкинлеге сикләнгән 20 мең бала иҫәпләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы ярҙамға һәм хәстәрлеккә мохтаж. Яңы үҙәктә ойошторолған дауалау һәм коррекция программалары - малай-ҡыҙҙарҙың һаулығын нығытып, телен асыу, фекерләү ҡеүәһен, моторикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Тормошҡа ашырыла башалған Өфө медицина учреждениеларын яңыртыу программаһы буйынса 5-cе балалар поликлиникаһы, республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлеге яңыртылды. Ә бына Кузнецов Затоны биҫтәһендә өлкәндәр һәм балалар поликлиникаларының айырым бүлексәләре сафҡа инде. Улпар икеһе лә «Йортта доктор» проектына индерелгән һәм бер үк адрес буйынса торлаҡтың тәүге ҡатында урынлашҡан.
2030 йылға тиклем Өфө медицина учреждениеларын яңыртыу программаһына 8 млрд һум йүнәлтеү ҡаралған. Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыу - республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Район дауаханаларының да матди-техник базаһы көсәйтелә. Быйыл ғына дүрт меңдән ашыу медицина ҡорамалы, 206 санитар автомобиль һатып алынды. Ауылдарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла күпләп асылды.
«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә. Быйыл был мөмкинлек менән 162 медицина хеҙмәткәре файҙаланған. Йыл ярым элек Өфөлә асылған хоспис та бөгөн тулы ҡеүәттә эшләп, ауыр сирҙәрҙән яфаланған пациенттарҙы хеҙмәтләндерә. Күптәр бында тәүгә генә ярҙам алмай.. Һәр кемгә өйҙәге кеүек йылы мөнәсәбәт, хәстәрлек күрһәтелә. Яңы йыл менән уларҙы ҡурайсылар дәүләт ансамбле лә тәбрикләне.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә инфраструктураны үҫтереү кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыуға, йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. 2025 йылда Башҡортостанда тағы ла алты поликлиника, 130 модулле фап файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Республика кардиология үҙәге һәм Учалы ҡалаһы дауаханаһының яңы корпустары асыла.
Регина Ғәйнуллина