Сәйәхәтселәр өсөн яңы мөмкинлектәр: Башҡортостандағы туристик инфраструктура үҫеше


«Турахан» визит-үҙәген асыу Башҡортостан кимәлендә генә түгел, бөтә Евразия төбәктәренең мәҙәниәте һәм тарихы өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сарала Үзбәкстан, Монголия, Ҡаҙағстан, Әзербайжан һәм башҡа ил ҡунаҡтары ҡатнашты. Барыһы ла бүләккә - эйәр тотоп килгән, уларҙан айырым экспозиция төҙөлдө.

«Визит-үҙәк»тең ҡыйығынан алып, археологтар тапҡан ҡәберлектәрҙе урап үтеүсе эко-һуҡмаҡ башлана. Таш кәшәнәгә илткән юлдың оҙонлоғо 620 метр. Был ҙур эштең башы ғына. Тиҙҙән биләмәлә музей, спа-шифахана, башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге төҙөләсәк. Амбициоз проект Башҡортостанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын үткәреүгә дәғүә итергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан - ул бал һәм ҡурай иле генә түгел. Республика тәжрибәле сәйәхәтсене лә хайран ҡалдыра ала. Быйыл туристар ағымы буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беҙ 4-се урында - миллион ярымдан ашыу ҡунаҡ ҡабул иткәнбеҙ.

Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары барыһын да хайран ҡалдыра. Экскурсия майҙа асылған этнокомплекста дауам итә. Тирмә рәүешендә эшләнгән музейҙа ҡаты ҡағиҙәләр юҡ - экспонаттарҙы тотоп ҡарарға була.

«Торатау» геопаркы - республиканың 4 районындағы уникаль объекттарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын берләштергән биләмә. Быйылдан алып шихандар итәген алты тирмәнән торған ансамбль биҙәй. Тарихи-мәҙәни үҙәк, кафе, лекциялар залы, сувенирҙар кибете. Ә инде «Торатау» геопаркына килгән туристарға «ҡайҙа туҡтарға?» тигән һорау тыумай. Ҡунаҡ бүлмәһен хәтерләтеүсе тирмәләр ҙур һорау менән файҙалана, сөнки...

Геопарк биләмәһе урындағы эшҡыуарҙар тарафынан да әүҙем үҙләштерелә. Алтмыштан ашыу йүнсел резидент исемен алып, ҡунаҡ йорттар төҙөй, сәйәхәтселәргә төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итә. Умартасылыҡҡа барырға, һыбай йөрөргә, уҡтан атып ҡарарға, апийорттарҙа дауаланырға ла мөмкин. Бер йылда 350 мең, ә тотош геопарк объекттарын миллионға яҡын турист күргән.

«Янғантау» геопаркы. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә, уның атайсалында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы ла ҡунаҡтар ҡабул итә башланы. Быға тиклем элекке Тәкәй ауылы биләмәһендә тик таштирмә менән иҫтәлекле стела ғына булһа, хәҙер был урынды танымаҫһың да. Проект нигеҙенә Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аша ете төш» әҫәре алынған.

Геопарк майҙансығында геологик музей төҙөү, экоһуҡмаҡты дауам итеү һәм кәрәкле инфраструктураны булдырыу эше дауам итәсәк. Шулай уҡ планда бер нисә глэмпинг асыу.

Сувенирҙарҙың күбеһе таратылып бөтөлһә лә, шәхси коллекцияны Үзбәкстанға сәфәрҙе хәтерләтеүсе һауыт-һаба биҙәй. Гүзәл Ғәлимова «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында икенсегә бәхетен һынап ҡарай. Проект географияһы быйыл тағы бер илгә артты. Быға тиклем Белоруссияға барып ҡайтҡан ханым өсөн 2024 йыл Үзбәкстанға сәйәхәт менән иҫтә ҡаласаҡ.

Үҙәк Азияның иң билдәле майҙаны Регистан һәм төрлө мәсеттәрҙән алып, ҙур булмаған баҙарҙарға тиклем. Өс көнгә иҫәпләнгән сәйәхәткә мауыҡтырғыс программа төҙөлгән. Пилот проектта республикала йәшәүсе 150 пенсионер ҡатнашты. Тап уларҙың тәьҫораттарынан программаның кәрәклеге һәм киләсәге билдәләнәсәк, тине Зөһрә Гордиенко.

Һуңғы ике йылда республикала туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, уларҙың яртыһынан күберәге - инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы. Башҡортостан сәйәхәтселәрҙе шифаханалар һәм тау саңғыһы базалары менән генә йәлеп итмәй. Быйыл төрлө райондарҙа йыл әйләнәһенә эшләй торған 80-дән ашыу ял йорто барлыҡҡа килде.

Башҡортостан ваҡиғалар туризмы өлкәһендә лә бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. «Башҡорт аты» фестивале «Ауыл туризмының иң яҡшы туристик ваҡиғаһы» булып танылды. Беҙҙең телеканал да туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. «Башҡорт каникулдары» тапшырыуының ижади коллективы телевидение өлкәһендәге иң ҙур награда - Тэфи-ға лайыҡ булды.

Башҡортостан бай тарихлы урындары, матур тәбиғәтенән тыш, ҡунаҡсыл халҡы менән дә ғорурлана ала. Ял итеүселәр ҙә хәҙер эске туризмға, илебеҙҙең төрлө нөктәләрен, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирә. Был йүнәлештә республикабыҙ үҙен юғары кимәлгә күтәрә.

Әлфинә Килдейәрова