Дыуан районының Рухтин ауылында ҡаҙанлыҡ бүлмәһендә сыҡҡан янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән. Икенсеһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Өфө районы Чесноковка ауылында теркәлгән янғында ла ике кеше көслө тән йәрәхәттәре ала. Йыл башынан алып республикала бөтәһе 18 янғын сыҡҡан. Шулай уҡ пиротехниканан зыян күреү осраҡтары ла күҙәтелгән.