6 ғинуарҙан баш ҡаланан Көнсығыш сығыу юлы аша йөрөүгә хаҡ арта


Тарифтар автомобилдәрҙең категорияларына ҡарап билдәләнә. Беренсе категория транспорт сараһы өсөн юл йөрөү 150 һум кимәлендә билдәләнгән. Икенсе категорияға ҡараған техникала йөрөүселәргә 250 һум түләргә тура киләсәк. Өсөнсө һәм дүртенсе катгорияға юл хаҡы өс йөҙ һум торасаҡ. Транспондер менән файҙаланыусылар өсөн 20 һумлыҡ ташлама. Ә бына төндә йөрөү өсөн ҡаралған льготалар киреүенсә, ғәмәлдән сыға.