Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән өсөн түләү 2 миллион һумға тиклем арттырылды


1 ғинуарҙан алып республиканан Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр 2 миллион, артабан ай һайын 210 мең һум түләнә. Шулай итеп контракт төҙөүселәр тәүге йылда 4 миллион 520 мең һум аҡса аласаҡ.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Яугирҙарға хәрби хәрәкәт ветераны статусы бирелә. Улар күп льготаларға эйә. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр үҙе йәшәгән төбәктең хәрби комиссариатына йәки “Защитник” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 15-се йорт. Тулыраҡ мәғлүмәт 8-800-550-55-25 телефоны аша һәм башбат нөктә рф сайтында.