Хәрәкәткә райондың 26 ауылы тоташҡан. Ирекмәндәр шул тиклем күп, хатта уларға хәрби кәрәк-яраҡтар етештереү өсөн материал етмәй. Шуға улар Республика башлығына мөрәжәғәт иткән.
Бишбүләк ирекмәндәренең фронтҡа ярҙамы ошо билбауҙар тегеүҙән башлана. Бөгөн оҫталар 25-тән ашыу әйбер төрө етештереә. Улар араһында - носилка, буржуйка мейестәре, ҡоро аш, маскировка селтәрҙәре һәм башҡалар.
Ирекмәндәр араһында яугирҙарҙың әсәләре лә бар. Улар айырыуса тырыша, тиһәң, хата булыр, бында һәр береһе еңеүгә үҙ өлөшөн индереү теләге менән яна. Зәлифә Әхмәтованың улы бер йылдан ашыу ил һағында.
Ирекмәндәр үҙ-ара татыу эш итә. Хәрәкәт тә «Берҙәм йөрәк» тип атала. Бер маскировка селтәре, мәҫәлән, 3 сәғәттә үрелә. Ҡул оҫталары яугирҙарға бетеү сигә.
Бишбүләк районы ирекмәндәр хәрәкәтендә 300-гә яҡын кеше. Эшсе ҡулдар күп, тик материал етмәй. Шуға халыҡ Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Башҡортостан башлығы тиҙ арала ирекмәндәргә туҡыма һатып алырға ярҙам итә.
Бүленгән аҡсаға ирекмәндәр 600 маскировка селтәре үреп фронтҡа оҙатҡан. Ебәреү генә түгел, ирекмәндәр үҙҙәре лә Донбассҡа гумантиар миссиялар менән йөрөй.
Рәзилә Ғилметдинова