Яңы йыл каникулында диспансер тикшереү


Башҡортостанда йәшәүселәр яңы йыл байрамдарында һаулыҡ торошон 2 ғинуарҙан алып, каникул дауамында тикшертә ала. Байрам көндәрендә республика поликлиникаларында профилактик - медицина һәм диспансер тикшереү кабинеттары эшләй. Уларҙың ишеге 1 ғинуарҙан 6-на тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, ә 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем асыҡ.

Медицина учреждениеларында тикшереү үтеү өсөн пациентҡа паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисы талап ителә. Уның өсөн поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итергә, «Дәүләт хеҙмәте»сайтына йәки төбәк порталдарына инергә кәрәк. Йыл башынан 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36, 39 ,42 йәше тулған граждандар бушлай диспансер тикшереү үтә ала. Ә 40 йәштән һуң пациенттар һаулыҡ торошон йыл һайын тикшертә ала.