Иглин районы Таутөмән ауылында табип амбулаторияһы асылды


Ауылдаштарға Яңы йыл бүләге. Иглин районы Таутөмән ауылында табип амбулаторияһы асылды. Яңы объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны модернизациялау» төбәк программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Амбулатория өс меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән 612 бала йәшәгән ике ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Бынан ары урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы алыр өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңайлы бинала табип консультацияһы алырға ла, вакцинация үтергә лә, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерергә лә мөмкин.