Шишмә районында Ҡыш бабайҙар парады ойошторолдо

Ул район үҙәгенең төп урамдары буйлап уҙҙы. Конкурста Ҡыш бабай, ҡарһылыуҙар,ҡар бөртөктәре һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашты. Халыҡ араһында йыл хужаһы булған йылан образын һайлаусылар ҙа күп.

Ҡыш бабайҙарҙың дуҫлыҡ хоры Яңы йылдың төп йырын башҡарҙы. Шишмә урамдарында ойошторолған был иң күләмле һәм күңелле байрам.. Сағыу һәм йылы тун кейгән әкиәт геройҙары башҡа персонаждар менән бер сафтан атланы. Ҡыш бабайҙар парадында еңеүсе Альбер Ураҙмәтов конкурста өс тиҫтә йылдан ашыу ҡатнашып килә.