Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр Һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ултырышы үтте.
Видеоконференция форматында үткән ултырышта муниципаль район биләмәләренә халыҡты иҫкәртеү сараларын көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.Профилактика төркөмдәре вәкилдәренә асоциаль тормош алып барған кешеләргә, күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға рейдтар үткәреү бурысы ҡуйылды. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренә листовкалар һәм иҫкәрмәләр таратыу, консультация үткәреү, граждандарға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса мәғлүмәт еткереү, ихата һәм йорттар буйлап йөрөү көсәйтеләсәк.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл боҙ майҙансыҡтарында ла йәрәхәтләнеү осраҡтары йышайған. 28 декабрҙән алып бөгөнгәсә төрлө райондарҙа 19 бала имгәнгән. Ҡышҡы каникул осоронда ата-әсәләр балаларына ҡарата уяулығын юғалтмаһын, бәлә-ҡазанан аралаһын, ти ҡотҡарыусылар.