Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам концерты старт ала


Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы 11 ғинуарҙа Рәмил Баҙамшиндың хәйриә концерты менән башлана. Билеттар һатыуҙан алынған килем Миңлеғәле Шаймортатов исемендәге махсус хәрби операция ветерандары һәм инвалидтарын социаль яҡлау фондына күсереләсәк.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин үҙе лә бер нисә ҡабат фронтта яугирҙар алдында сығыш яһаны. Ундағы тәьҫораттар сираттағы йырҙарының нигеҙенә ятҡан. Концертта ла Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығы, һынмаҫ рухы һәм Ватанға ҡарата һөйөүе менән һуғарылған йырҙар яңғыраясаҡ. Хәйриә тамашаһында махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашасаҡ. Фойела Хәрби Дан музейы экспозицияһы һәм Шайморатов исемендәге батальондың шәхси музей- күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. «Ватан һаҡсылары» фонды консультация майҙансығы ойошторасаҡ. Концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.