Ә Вьетнамға шулай уҡ беренсе тапҡыр башҡорт туңдырмаһы экспортланды. Бынан тыш, республикала он, ярма һәм көрпәне сит илдәргә һатыу артҡан. Экспортҡа оҙатылыр алдынан, бөтә продукция ла Ветеринар һәм фитосанитар федераль күҙәтеү хеҙмәте лабораториялары аша үтә. Ауыл хужалығы продукциялары бер нисә күрһәткес буйынса тикшерелә.
Һынау лабораториялары экспортҡа ғына түгел, республика хужалыҡтары һәм шәхси баҡсаларҙан продукцияны ла тикшерә. Бигерәк тә былтырғы күләмле яуым-төшөмдән һуң, орлоҡтарҙың сифатына иғтибар артҡан. Шулай ҙа, ғөмүмән, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, һынауға килтерелгән һөт ризыҡтары, ауыл хужалығы культураларының пробалары күбәйгән. Был юғары уңдырышлылыҡҡа бәйле.