Асҡын районында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам ҡайын туҙына үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрә


Оҫта ҡуллы Гөлсиәр Сәғитованың картиналарын Рәсәйҙә генә түгел, хатта ситтә илдәрҙә лә яратып алалар. Рәссам ижади эштәрендә республика тәбиғәтен, хайуандар һәм ҡоштар донъяһын сағылдыра.

Кейеҙ урынына ҡайын. Гөлсиәр Сәғитованың ҡулдарында ҡайын туҙы картина өсөн бай фонға әйләнә. Авторҙың һуңғы эшендә район символы - өкө һүрәтләнгән. Рәссам төрлө ҙурлыҡтағы ҡайын туҙында композцияны махсус буяуҙар менән ижад итә. Сифатлы һүрәт буяуҙары ваҡыт үтеү менән дә юйылмай, матур килеш һаҡлана.

Ҡайын туҙын картина өсөн рәссам үҙе әҙерләй. Ижади эштә оҫтаға ҡыҙы ярҙам итә. Ҡайын туҙын һүрәт өсөн етешетереү - ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс, әммә килеп сыҡҡан ижад емештәре ҙур һорау менән файҙалана. Картиналарҙы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яраталар.

Гөлсиәр Сәғитова урындағы мәктәптә балаларҙы 25 йыл дауамында һыҙма дресенән уҡытҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ханым уҡытыуҙы ташламай, архитектор һәм рәссам булырға теләгән балаларға ярҙам итә.

Асҡын районы оҫтаһы Гөлсиәр Сәғитова уҡыусыларҙы сауҙагәр Шевкунов йортонда ҡабул итә. 1880 йылда төҙөлгән бинаны ул һатып алып реставрация үткәрә. Үҙенсәлекле оҫтаханала балалар һәм башҡа ҡунаҡтар йыш була. Рәссам уларға йорт тарихын һөйләп ҡайын туҙында һүрәт төшөрөү серҙәрен аса.

Флорида Ким