Башҡортостанда «Шыршы»операцияһы тамамлана

Ноябрь аҙағынан инспекторҙар йөк машиналарын тикшерә һәм йәрминкәләрҙә рейдтар үткәрә, ылыҫлы ағастар үҫкән урындарҙа дежур итә. Законһыҙ эшмәмәкәрлек алып барыусыларға ҡаршы көрәштә ҡар өҫтөндәге кеше һәм тәгәрмәс эҙҙәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҡайһы бер осраҡта ҙур ағастың башын ғына ҡырҡып алыусылар табыла. Ҡануниәтте боҙған өсөн 3 меңдән ярты миллион һумға тиклем штраф ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙә боҙоусы тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Ә енәйәт статьяһы буйынса урман ҡырҡыусының 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.