Салауат районы Мөрсәлим ауылында йәшәүсе Максим Шаһиморатовтың хыялы тормошҡа ашты

Бөгөн ул Өфөләге Ҡурсаҡ театрында ҡунаҡта булды. Яңы йыл сараһына 5-се класта уҡыусы малай һеңлеләре менән бергә килде. Быға тиклем Максим Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә үҙенең хатын ебәреп, уға робот-трансформер бүләк итеүҙәрен һәм Башҡортостан етәксеһенең кабинетын күреү теләген белдергән ине. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бөгөн Ҡурсаҡ театрында. Әкиәт геройҙары менән бергә улар йырлап-бейеп кенә ҡалманы, шыршылағы сағыу уттарҙы тоҡандырып, балаларға бүләктәр таратты. Театрлаштырылған сарала төп ҡунаҡтарҙың береһе - Максим Шаһиморатов. Ҡурсаҡ театрында ул тәүгә. Махсус рәүештә ике һеңлеһе һәм атаһы менән Салауат районынан килеп еткән. Спектаклгә саҡырыу ҡағыҙын Максим Радий Хәбиров ҡулынан алғайны.

Тәү сиратта барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайым! Уңыштар, именлек һәм һаулыҡ теләйем. Беҙҙе Ҡурсаҡ театрына саҡырыуҙары көтөлмәгән ваҡиға булды. Республика етәкселегенә, Салауат районы хакимиәтенә, Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәт. Беҙгә бында ныҡ оҡшаны.

Руслан Шаһиморатов, Максимдың атаһы

Яңы йылда һәр кем тылсым көтә. Максим Шаһиморатовтың Башҡортостан етәксеһенең эш урынын күреү һәм робот-трансформер тураһындағы хыялы тормошҡа ашты. Декабрь аҙағында уға төбәк етәксеһе кабинетын күрһәтте, үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда художество түңәрәгенә йөрөй. Уҡыусы бала республика етәксеһенә үҙе төшөргән картинаны бүләк итте һәм байрам шиғырын уҡып ишеттерҙе. Малай киләсәктә футболсы булырға хыялланыуы тураһында һөйләне. Башҡортостан башлығы Максимды «Салют» республика реабилитация-белем биреү комплексында дауаланыу курсын үтергә саҡырғайны.

Ҡурсаҡ театрына сәфәр «Ҡар бабай һәм Ҡояшҡай» спектаклен ҡарау менән дауам итте. Постановка яҙ етеү менән ирергә тура киләсәген белеп ҡалған бәләкәй Ҡар бабай тураһында. Тамашаны балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре яратып ҡабул итте.

Әлфинә Килдейәрова