Башҡорт опера һәм балет театрында тарихи премьера – «Ете ҡыҙ»

«Ете ҡыҙ»ҙы хәҙер башҡорт халыҡ бейеүендә генә түгел, балетта ла күрергә мөмкин. Данлыҡлы легенда нигеҙендә либретто яҙылып, спектакль ҡуйылды. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә ул былтыр октябрҙә тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде. Февралдә үтәсәк тамашаларға билеттарҙың ҡалмауы - милли балеттағы яңы сәхнә әҫәренең уңышы тураһында һөйләй. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Милли балет үҫешендә - көтөп алынған тарихи ваҡиға. Тәүге премьеранан уҡ «Ете ҡыҙ» халыҡ һөйөүен яулап, репертуарҙа лайыҡлы урын алды. Ҡуйыусы хореограф, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Абушахманов билдәләүенсә, спектакль өҫтөндә ике йыл эш алып барылған. Унда театрҙың барлыҡ балет труппаһы йәлеп ителгән.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә легенда боронғо вариантта тәҡдим ителгән. Спектакль ике өлөштән тора. Солистарҙың бурысы - һүҙһеҙ генә, хореография аша фольклор әҫәрҙең эстәлеген еткереү.

Декорацияға килгәндә, артистарҙың иркен хәрәкәт итеүенә ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫ өсөн, барлыҡ конструкция түбәгә ҡоролған. Ҡоролошо буйынса ябай, сәхнә өҫтөндәге болотто хәтерләтә. Һәр сәхнәләштереүҙә төҫөн үҙгәртә һәм яңы образға инә.

«Ете ҡыҙ» легендаһы бейеү сәнғәтендә, әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә мәңгеләштерелгән. Милли балеттағы премьераның да сәхнә тормошо оҙон булыр тигән өмөттә солистар. Театрға килеүселәрҙе «Ете ҡыҙ» фонтаны ҡаршы алыуы ла бит - балеттағы күренештәрҙе көсәйтә.

Гөлназ Хәйбуллина