Детектив жанрындағы фильм 2014 йылда Ишембай районының Маҡар ауылында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында төшөрөлә.
Кинотаҫма 11 сериянан тора. Ул яуыз йәндәргә һунар итеүсе Сируси тигән мифик геройҙың исеменә бәйле. Мғлүм булыуынса ҙур буллмаған башҡорт ауылында бер кеше юғала. Был серле ваҡиғаны тикшерергә ҡаланан ике тәфтишсе килә. Ваҡиғалар шул тиклем бутала, хатта геройҙар бер-береһен ғәйепләй башлай. Рәсил Сынбулатов фильмда тәфтишсе ролен башҡара, был кинола уйнар өсөн 12 килограммға ябығырға тура килде, ти ул.
Фильмда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының актерҙары уйнай. Ижади коллектив әйтеүенсә, шул йылдың йәйе һалҡын килә. Бөтә кеше курткала йөрөгәндә актерҙарға еңелсә кейемдә уйнарға тура килә, улар һәр дублдән һуң машинаға инеп йылынып сыға. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова фильмда почтальон ҡыҙ ролен башҡара, ул велосипед менән Сируси төйәк иткән урман аша йөрөй, халыҡҡа хат-хәбәр ташый. Ролемде яратып башҡарҙым, ти Ләйсән Кәримова. Кино төшөргән ваҡытта ерле халыҡ менән бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп була.