Бәхет сере-саңғы, саф һауа һәм дуҫтар. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы халҡы ял һәм байрам көндәрен саңғы трассаһында үткәрә.
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы Рәсәйҙең иң спортсы ауылы булараҡ билдәле, бында спорт менән шөғөлләнмәгән кеше юҡ тиерлек. Әбделмәмбәттәр айырыуса саңғыла шыуырға ярата. Һәр ярышта 70-ләп кеше ҡатнаша, улар араһында оло быуын вәкилдәре, балалар ҙа бар. Быйыл ауылда Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында яңы саңғылар, спорт ҡоролмалары ла алынған. Хужалар әйтеүенсә, матди-техник базаны нығытыу йәш быуынды спортҡа йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Был эштән ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмай, улар спорт ярыштарын ойоштороуҙа, төрлө кәрәк-яраҡтар алыуҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Физрук» ҡушаматлы яугир уҡыусыларға 10 пар саңғы бүләк итеп ҡыуандырған. Тыуған мәктәбемә рәхмәт, спортҡа һөйөү бала саҡтан һалынырға тейеш, ти ул.