Өфө Раштыуаны билдәләргә әҙерләнә

Православ христиандарҙың байрамы уңайынан саралар бөгөндән 7 ғинуарға ҡарай төндә 19 ҡорамда ойошторола, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Башҡортостан телевидениеһында байрамдан трансляция була. Раштыуаға бәйле Өфөлә машиналар йөрөшө сикләнә. Бөгөн киске етенән  Маяковский, Бехтерев, Бикбай, Гагарин, Киров, Амур урамдарының бер  өлөшө ябыла.