Өфөнөң Көнсығыш сығыу аша йөрөүгә яңы тарифтар ғәмәлгә инде


Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңыртылған тариф планына ярашлы, беренсе категория өсөн юл йөрөү хәҙер - 150 һум. Бер үк ваҡыттта транспондерҙы файҙаланғанда уның хаҡы 130 һум. Икенсе категория өсөн хаҡ 250, ә транспондер менән - 230 һум күләмендә билдәләнгән. Өсөнсө һәм дүртесе категориялар өсөн тарифтар 300 һәм 280 һумға тиң, шул уҡ ваҡытта көндөҙгө һәм төнгө ваҡыт өсөн айырма юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы аша хәрәкәт уҙған йылдың 21 мартында башланды. Декабрҙә транспондерҙар менән йыһазландырылған автомобилдәр өсөн туҡтауһыҙ йөрөү өсөн айырым тиҙ йөрөшлө һыҙаттар булдырылды. Бынан тыш, йыл аҙағында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнпашыусылар өсөн онлайн һәм Күп функциялы үҙәк аша льготалы юл йөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Көнсығыш сығыу юлы буйынса юл хаҡын түләү буйынса һорау тыуғанда *2323 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Төбәк кодын индерергә кәрәкмәй.