Төбәктә бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ике аҙнаға иҫәпләнгән отпускты хәрбиҙәр ғаиләһе, туғандары эргәһендә уҙғарған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Яңы йыл байрамдарын ғаиләһе һәм яҡындары эргәһендә үткәргән яугирҙар хәрби маҡсаттарҙы үтәргә әҙер. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Махсус хәрби операция биләмәһендә уларҙы иптәштәре, яҡташтары көтә.

Махсус хәрби операция биләмәһенә ир-егеттәрҙе оҙатыу айырыуса йылы һәм иҫтәлекле үтте. «Бәхет биләмәһе « хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова башланғысы менән яҙылған балалар хаттары яугирҙарға тапшырылды. Малай-ҡыҙҙар йөрәк йылыһы менән яҙған меңдән ашыу хат хәрбиҙәргә тыуған яҡ сәләмен еткерә.

Оҙатыу сараһында хәрбиҙәр тигеҙ сафҡа теҙелеп, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңланы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙарға рәхмәт әйтеп, оло ихтирамын белдерҙе.

Алғы һыҙыҡҡа юлланған яугирҙар яҡындары өсөн генә түгел, бөтә республика һәм илгә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө . Уларҙы республика Еңеү менән иҫән - һау ҡайтыуҙарын көтә.

Флорида Ким