Стәрлетамаҡ ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге ойошторолған


Хәйриә фонды ҡарамағындағы үҙәк алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Стәрлетамаҡтағы хәйриә фонды 2013 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатында асыла. Белгестәр ауыр сиргә дусар булған кескәйҙәргә юридик, психологик, медик ярҙам күрһәтә.

2023 йылда иһә фондта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге ойошторорға ҡарар ителә. «Йөрәк ҡушыуы буйынса» тип аталған был ирекмәнлек проектын хужалар үҙ иҫәбенә тормошҡа ашыра. Үҙәккә юғары квалификациялы белгестәр туплана, реабилитация өсөн кәрәкле тренажерҙар, аппараттар алына. Үҙәкте йыһазландырыу менән билдәле эшҡыуар, «Әсә һәм бала» хәйриә фондының попечителдәр советы ағзаһы Альберт Камилйәнов ярҙам итә, ул реабилитация өсөн ҡоролмалар һатып алыуҙа финанс ярҙам күрһәтә.

Реабилитация үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғына түгел, уларҙың ғаилә ағзалары ла курс үтә. Белгестәр 200-ҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтеп өлгөргән дә инде. Бында алғы һыҙыҡтан ауыр йәрәхәт алып ҡайҡандар ҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булғандар ҙа мөрәжғәт итә. Үҙәктә әйтеүҙәренсә, реабилитацияға ихтыяж ҙур. Шуға күрә бында эш ял, байрам көндәрендә лә туҡтамай. Үҙәк 1 ғинуарҙа уҡ ишектәрен асҡан. Яугирҙар хеҙмәтләндереү кимәленән ҡәнәғәт, реабилитация ирекмәнлек нигеҙендә алып барыуға ҡарамаҫтан шарттар ҙа, мөнәсәбәт тә яҡшы. Иң мөһиме һөҙөмтә бар. Күп егеттәр үҙәктә аяҡҡа баҫып яңынан алғы һыҙыҡҡа юлланған. Ҡулдарым бөтөнләй хәрәкәтләнмәй ине, дауалау курстары ярҙам итте, ти «Йөрәктау» ҡушаматлы яугир.