Уның күләме 1 миллион 300 мең һум. Дәүләт ярҙамы менән әле студенттар ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн машиналар йыя. Ҡышҡы резиналағы тәгәрмәстәрҙең һәм бензинлы двигателдең эшләү һәләтен улар асыҡ һауала даими тикшерә.
Өлкән курс студенттары идара итеү оҫталығын камиллаштырған арала, яңы уҡырға килгән йәштәр буласаҡ болид моделен эшләй. Атап әйткәндә, тәгәрмәстәр өсөн алюминий дисктар, ә 3D-принтерҙа тормоз системаһы элементтарын баҫтыра. Студенттар клубында картинг менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Лабораторияла металл ҡырҡыу өсөн лазер станогы һәм компрессор бар. Ярыш автомобилдәрен эшләү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар Рәсәй йәштәренең гранты иҫәбенә һатып алына.