Байрам күп быуаттар элек Вифлеемда Иисус Христос хөрмәтенә булдырылған. Башҡортостанда Раштыуа һәр саҡ ҙурлап үткәрелә. Республика сиркәүҙәрендә, шул иҫәптән Өфөнөң 19 ҡорамында байрам саралары ойошторола. Ҡорам, сиркәүҙәргә килә алмаусылар байрамды телевизорҙан ҡарай алды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рождество Богородицы ҡорамынан тура трансляция алып бара. Ул төнгө сәғәт 12-се 10 минутта эфирға сыға. Раштыуа менән православ христиандарҙа Святка башлана. Был көндәрҙә улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бүләктәр бирә, хәйриәлек күрһәтә.