Саңғы ярышын Яңы йыл каникулының айырылғыһыҙ өлөшө тип әйтергә мөмкин. 2013 йылдан уҙғарылып килгән спорт сараһы саңғы шыуырға яратыусыларҙың көтөп алған байрамына әүерелгән. Спартакиадала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был трасса бөтә уңайлыҡтар булыуы менән айырылып тора. Хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар ҙур. Шуға күрә сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.