Яңы йыл байрамдарында эш тәртибе билдәләнгән. Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә сүп-сар көн һайын сығарыла. Башҡа ауылдарҙа махсус машина өс көнгә бер тапҡыр килә. - Ҡалдыҡтарҙы сығарыуға һауа шарттары ла ҡамасаулауы мөмкин, юлдар, контейнер урынлашҡан биләмәләр ваҡытында таҙартылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.