Өфөлә хәрби контракт буйынса түләү арттырылды

Өфөлә Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды. Ул 700 мең һумға еткерелде. Ошо турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә хәбәр итә. - Был район һәм ҡалалар араһында иң ҙур сумма. Хәҙер Өфөлә бөтә түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 2 миллион 300 мең һум бирелә. Килешеү төҙөү шарттары тураһында 117, йә  218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.