Әсәлек капиталын торлаҡ алыу өсөн тотоноу шарттары үҙгәрҙе

Думала ошо турала закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, сертификатты торлаҡ алыуға тотоноу өсөн фатир, йә йорттоң йәшәү өсөн яраҡлы булыуын иҫбатлаусы документ кәрәк була. Закон авторҙары бындай ҡарарҙы балалар хоҡуҡтарын яҡлау кәрәклеге менән аңлата. Рәсәйҙә быйыл беренсе бала өсөн әсәлек капиталы 676 мең һум була. Икенсе бала өсөн тағы 214 мең бирелә.