«Хөрмәтле православ динен тотоусылар! Һеҙҙе ысын күңелдән яҡты Раштыуа байрамы менән ҡотлайым, тиелә ҡотлауҙа. - Был көн барлыҡ христиандарҙы берләштереп, иң изге хыялдарҙы тормошҡа ашырырға өмөт бүләк итә, йөрәктәрҙе һөйөү һәм шәфҡәтлелек тойоғолары менән байыта, изгелектең насарлыҡты еңеренә ышаныс тыуҙыра.
Бөгөн, Ватаныбыҙ өсөн еңел булмаған осорҙа халҡыбыҙҙың рух ныҡлығы, ярҙамсыллыҡ, шәфҡәтлелек кеүек иң күркәм сифаттары асыла, улар диндарҙарҙың берләшеүендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә теләктәшлек күрһәтеүҙә асыҡ сағыла. Рус Православ сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы республикалағы башҡа конфессиялар вәкилдәре менән берлектә традицион рухи-әхләҡи һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, бай тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға тос өлөш индерә, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә дөрөҫ йүнәлеш бирә. Раштыуа - күптәребеҙ өсөн яҡындарыбыҙ йылыһы менән һуғарылған ғаилә байрамы. Һәр йортта тыныслыҡ һәм татыулыҡ, ышаныс һәм өмөт, шатлыҡ һәм мөхәббәт тантана итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем.» тип яҙған Башҡортостан башлығы Раштыуа байрамы уңайынан ҡотлау хатында.